Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Абдуллина Рамиля Миниахметовича С Новым годом!

Хөрмәтле райондаштар ! Барығыҙҙы ла Яңы 2025 йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле райондаштар !

Барығыҙҙы ла Яңы 2025 йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Яңы йыл – һәр кем өсөн яҡты хыялдар менән тормоштоң яңы битен асыусы байрам. Беҙ уны бала-саҡтан мөғжизәгә һәм хыялдарҙың тормошҡа ашыуына ышаныу менән бәйләйбеҙ.

Байрам алдынан беҙ уҙған йылға йомғаҡ яһайбыҙ, киләсәккә яңы маҡсаттар һәм пландар ҡорабыҙ. Барыбыҙ өсөн дә ауыр ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, район халыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәте, ойошма һәм учреждениеларҙың эшмәкәрлеге менән артабан үҫешә һәм башҡа төрлө ыңғай үҙгәрештәр бар.

Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо минуттарҙа беҙҙең яугирҙәр Ватаныбыҙҙың именлеге өсөн көрәшә һәм беҙҙең тыныслыҡты яҡлай. Барлыҡ район халҡы исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Байрам Еңеүҙе яҡынайтыр, йорттарға йылмайыу һәм шатлыҡ алып килер, Тыуған ил һаҡсылары тиҙ арала Еңеү менән иҫән-һау үҙҙәренең яҡындары янына ҡайтырҙар, тип ышанам.

2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде. Был йәһәттән эштәрҙе тейешле кимәлдә башҡарып, уларҙы үҙебеҙҙең ярҙамдан айырмаясаҡбыҙ.

Барлыҡ Бөрйән халҡына райондың үҫешенә индергән өлөшөгөҙ, кәңәштәрегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Артабан да шулай берҙәм булып, алға ҡуйған ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға яҙһын.

Яңы йыл беҙҙе тик ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр, яңы проекттар һәм ҙур еңеүҙәр менән ҡыуандырыр, тип ышанам.

Яңы йыл һәр кемгә бәхет-ҡыуаныстар һәм тик яҡшы яңылыҡтар алып килһен. Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт булығыҙ, ғаиләләрегеҙҙә именлек-татыулыҡ, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын!

            Яңы йыл менән!

Бөрйән районы муниципаль  район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин

 

 

Последние новости

В Уфе за 3 года пропускная способность улиц увеличилась на 22%

В Уфе благодаря внедрению Интеллектуальной транспортных систем (ИТС) в рамках национального проекта «Безопасные качественные дороги» пропускная способность улиц увеличилась на 22%.

Мәсетле башҡорттары ҡор йыйҙы

Бөгөн Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ҡоролтайҙы асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» милли гимны менән башланды.

В парке

23 января 2025 года на территории АНО ДО ВПП «Парк Патриот» им. Героя Российской Федерации Серафимова М.В.

Частотник

Осуществляем поставку в оговоренные сроки, обеспечивая быструю отправку

На этом сайте представлены актуальные варианты, чтобы снять квартиру в Набережных Челнах на выгодных условиях

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *