Мәсетле башҡорттары ҡор йыйҙы
Бөгөн Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ҡоролтайҙы асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» милли гимны менән башланды.
Бөгөн Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Ҡоролтайҙы асыу тантанаһы башҡорт халҡының «Урал» милли гимны менән башланды. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин үҙ сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Районда халыҡтың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙың уңышлы ойошторолоуы, ауылдарыбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә булышлыҡ итеүен билдәләне.
Киңәйтелгән ултырышҡа йыйылған милләттәштәребеҙҙе Бөтә донъя башҡорттарынының VI съезы резолюцияһы менән Бөтә донъя башҡорттарының Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм спорт буйынса комиссия рәйесе Илнур Рамазанов таныштырҙы, мөһим йыйындың нисек үткәне, ниндәй мәсьәләләрҙең өҫтөнлөккә алынғаны тураһында халыҡҡа еткерҙе.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина 2024 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аҡһаҡалы Әхмәтнур Хафизов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезындаҡатнашыуы тураһында һөйләп үтте.
"Айыҡ ауыл - 2023-24" конкурсы сиктәрендә әүҙем эш алып барғаны, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәхмәт хаты менән "Ағинәйҙәр" берләшмәһе ағзалары Нәжиә Муллабаева, Тәнзилә Ғәйнетдинова, Мәҙинә Ғәүнетдинова, Раушана Ғәлләмова, Людмила Зиннурова, Яңы Мишәр ауылы клубындағы "Ҡомартҡы" тамбурлы сигеү халыҡ коллективының ҡул эштәре оҫтаһы Лена Ғәлимова һәм Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Гөлсөм Ғарипова бүләкләнде.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халҡыбыҙ. Бөгөнгө йыйында төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр, теләктәр ҙә күп булды. Уларҙың береһе лә башҡарма комитеттың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ һәм Ҡоролтай ҡарарында урын алыр, тип ышанып ҡалабыҙ.
Ҡәҙерле милләттәштәр! Тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, һәр саҡ берҙәм һәм татыу булайыҡ, милләтебеҙ өсөн янып йәшәйек! Берҙәм булһаҡ, эштәребеҙ ҙә ыңғай барыр һәм халҡыбыҙҙың киләсәге лә яҡты булыр, тигән ышаныстабыҙ. Һәр кемдең йөрәгендә милли рух һүнмәһен, киләсәк быуын да ошо рухта тәрбиәләнһен ине!
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.
Последние новости
Башкортостан вошел в ТОП-5 регионов-лидеров по приобретению сельхозтехники в 2024 году
На заседании Правительства Башкортостана под руководством Премьер-министра Андрея Назарова обсудили техническую и технологическую модернизацию агропромышленного комплекса Республики Башкортостан.
О заседаниях депутатских комиссий
В рамках подготовки шестого заседания Совета городского округа, 4 февраля 2025 года состоялись заседания профильных депутатских комиссий.
Началась декларационная кампания 2025 года
С января 2025 года стартовала декларационная кампания 2025 года. Представить налоговую декларацию по форме 3-НДФЛ о доходах, полученных в 2024 году, необходимо не позднее 30 апреля 2025 года.
Жизнь после зависимости
Путь к восстановлению